герб

Администрация сельского поселения
Саитбабинский сельсовет
муниципального района Гафурийский район
Республики Башкортостан

Хөрмәтле Фәнзил Фәйез улы, депутаттар, килгән kунаkтар, ауылдаштар!

 

Үткән 2020 йылды беребеҙ ҙә еңел йыл булды тип әйтә алмайбыҙ. Донъя кимәлендә таралған ковид ауырыуы кешеләрҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Хөкүмәт тарафынан ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар был ауырыуҙың тиҙ арала халыҡ араһында таралып китеүенә юл бирмәне һәм ауырыуға ҡаршы барлыҡ системаның эшләү йүнәлешен тәртипкә һалырға ваҡыт бирҙе. Ошо йылда беҙ тағы ла бер-беребеҙгә ҡарата хөрмәт менән ҡарай башланыҡ, сабыр, тыныс булырға, туғандың, яҡын кешеләреңдең һәм килеп ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәндек.

Ә иҡтисад күҙлегенән ҡарағанда күп тармаҡтарҙа тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килде. Ауырыу таралыуын булдырмаҫ өсөн былтыр апрель айынан  күп ойошмалар ваҡытлыса ябылды, ҡайһы берҙәре дистанцион эшкә күсте. Былар бигерәк тә ауыл ерлегендә мәҙәниәт һәм мәғариф тармаҡтарына һәм социаль учреждениеләргә ҡағылды: кафелар ваҡытлыса эшләүенән туҡталды, мәҙәниәт йорттарында гөрләтеп, алҡышлап ҡараған концерттар булманы, мәктәпте балалар дистанцион уҡып тамамланылар һәм мәктәп янында ойошторолған балаларҙың йәйге ял лагерҙары ла кисектерелде. Был осорҙа өлкән йәштәгеләр, һәм мохтаж ғаиләләр өсөн хөкүмәт тарафынан һәм волонтерҙар ярҙамында социаль ярҙамдар йыш ойошторолоп торолдо. Волонтерҙар хәрәкәтендә күпселек мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ошо ауыр осорҙа больница хеҙмәткәрҙәренә айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Үҙҙәрен, ғәиләләрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, төрлө осорҙар булыуға ҡарамаҫтан, халыҡты ҡужғытмай, ауырыуҙарҙы ҡабул иттеләр, дөрөҫ йүнәлтмә бирҙеләр, эштәрен тыныс алып барҙылар.

Ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәргә туҡталыр алдынан төп байлығыбыҙ булған ауыл халҡы, уның йәшәйеше, социаль үҫеше хаҡында бер-нисә һүҙ.

Беҙҙең Сәйетбаба ауыл Советы  ауыл биләмәһенә 8 ауыл ҡарай. Ауыл биләмәһендә барлығы 1022 хужалыkта (906 – йәшәйҙәр,116-һы – буш)  3002 кеше  теркәлгән. Уларҙан  656 пенсионер, эшкә яраҡлы йәштәгеләр – 1528 (1023эшләй, 90-эшһеҙ, 610 шәхси хужалыҡ алып бара, 45 – ИП, КФХ-ларҙа, 230 – ҡырҙа эшләй), бәлиғ булмаған, йәғни 18 йәшкә тиклемге балалар – 818, шул иҫәптән мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар – 279 (балалар баҡсаһына йөрөүселәр  – 95), 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар  –  539 (300 бала мәктәптә уkый). Ауылыбыҙҙа 100 күп балалы ғаилә булып унда 351 бала тәрбиәләнә, 31 тулы булмаған ғаиләлә 57 бала тәрбиәләнә, 13 ғаилә неблагополучная ( 45 бала). Үткән йылда биләмәбеҙҙә 39 кеше үлгән, 30 бала донъяға килгән. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ йылдың ауыр килеүе ошонан да күренә.

Ауыл биләмәһендә халыҡ өсөн 3 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, 1 тарихи-мәҙәни үҙәк, 1 ауыл мәҙәниәт йорто, 2 ауыл клубы, 1 больница, 4 ФАП, 1 аптека, 1 почта бүлексәһе, 1 сберкасса, 1 МФЦ бүлексәһе, 1 музей, 2 китапхана эшләп килә. Ауыл халҡын шулай уҡ көндәлек кәрәкле тауарҙар менән 13 магазин, 2 кафе, 1 сыр эшләү цехы тәьмин итеп тора.

Беҙҙең ауыл биләмәбеҙҙә уның иҡтисад йөҙөн күрһәтерҙәй ҙур предприятиелар юҡ. Ауылыбыҙҙа күпселек магазин тотҡан һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештергән шәхси эшҡыурҙар һәм бер-нисә фермер хужалығы бар. Ҡалған иҡтисади үҫешебеҙҙе шәхси хужалыҡтар билдәләй.

Ошо хужалыҡтарҙа (фермер хужалыҡтары менән бергә) 1760 эре мөгөҙлө мал (890 һауын һыйырҙары), 450 баш йылҡы малы, 1730 һарыҡ һәм кәзә малы, 3000 баш бал ҡорттары урсетелә. Быларҙан тыш һәр хужалыҡта йәшелсә-емеш үҫтерелә. Уртаса хужалыҡтарға бүлһәң, яҡынса һәр хужалыҡҡа 2-шәр баш эре мөгөҙлө, 2-шәр баш ваҡ мөгөҙлө мал, 3-әр баш ҡорт умартаһы һәм 2 хужалыҡҡа 1 ат тура килә.

Бюджет (Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ингән аҡса һәм уларҙың ҡулланылышы)

Сәйетбаба ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешенә туранан-тура ҡағылышы булған бюджетҡа туҡталып үтәйек. Сәйетбаба ауыл биләмәһенең былтырғы бюджеты 4 миллион 207мең 600 һум булып, шуның эсендә ауыл биләмәһенең үҙ өлөшө 881 мең һум ( 21 процент) тәшкил итте. Төп килем ер һалымынан – 730 мең һум, мөлкәт һалымынан – 42 мең һум, НДФЛ – дан – 52 мең һум,   хѳкүмәт пошлинаһынан -23 мең һум һәм ҡуртым түләмәләренән 30 мең һумдан тулылынды. 3 миллион 326 мең 600 һумы дотация. Ошо  4 миллион 207мең 600 һум бюджеттың 2 миллион 827 мең 600 һумы администрация хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына бүленә, 880 мең торлаҡ-коммунал хужалыҡҡа, 300 мең һумы субвенция – хәрби учетҡа, 200 мең һумы янғындан һаҡланыу сараһына.

Бынан тыш Республиканан благоустройство программаһы буйынса квартал һайын 175 мең һум аҡса бүленә, дөйөм 700 мең һум. Шуларҙың 351 мең һумы сүп-сар йыйыу площадкаһын эщләүгә,  63мең 869,5 һум Шишмә ҡойоһон кәртәләү өсөн материалдар алыуға, 32 мең 690,4 һум Имәнлек һәм Уҫман ауылдарын тәьмин иткән һыу скважинаһына һыу һурҙырғыс насос алыуға, 50 мең һум электр энергияһына түләргә, 174 мең 653,65 һум ГПХ , 27 мең 786,45 һум төрлө төҙөлөш материалдары алыуға тотонолдо.

“Ҡала мөхите” Милли программаһы буйынса Еңеү паркына үткән йыл 3 660 902,19 һум аҡса күсерелде.

“Реаль эштәр” программаһы буйынса Сәйетбаба ауылында һәм Ҡаранйылға ауылы Ж.Кейекбаев музейын евроштакетниктар менән кәртәләргә 900 мең һум аҡса бүленеп тотонолдо.

Юл программаһы фондынан юлдар төҙөлөшөнә 2 миллион 37 мең һум аҡса бүленеп юлдар төҙөкләндерелде.

Бюджетты формалаштыры, уны тормошҡа ашырыу өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Уткән йыл Ауыл советы депутаттары тарафынан 107 ҡарар, ә Ауыл хакимиәте трафынан 92 постановление ҡабул ителгән һәм 11 мең һум суммаға 73 нотариаль эш башҡарылған.

Үткән йыл эшләгән эштәргә ҡыҫҡаса туҡталып үтәм.

Уҙған йылғы эштәребеҙгә байҡау яһар алдынан дөйөм эштәрҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға, ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм мәғәриф үҫешенә тос ѳлѳш индереүсе һәр хеҙмәткәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Үткән йыл илебеҙ өсөн үтә лә яуаплы сараларҙа биләмәбеҙ ҙә әүҙем ҡатнашты. Еңеүҙең 75 йыллығын халыҡты йыйып ҙур митинг ойоштормаһаҡ та, матур ғына саралар менән ҡаршы алдыҡ. Һәр ауылда хакимиәт, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттар ярҙамы менән  обелисктарҙы таҙартып ремонтланыҡ һәм еңеү көнөндә һәр обелискка веноктар һалыуҙы ойошторҙоҡ. Сәйетбаба ауылындағы обелискта һуғышта һәләк булған һәм һуғыштан ҡайтып илебеҙ үҫеше өсөн көсөн  биргән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының исемлектәре йәмәғәтселек ярҙамы менән яңыртылып ҡуйылды, обелиск капитал төҙөкләндереү өҫтөндә. Был эштә Сәйетбаба башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәзим Ибраһим улының һәм уға ярҙам иткән комиссия составының ҙур эше күренә. Эше күп ҡалманы быйыл эшләп бөтөп ҡуйырбыҙ.  Шулай уҡ йәмәғәтселек менән берлектә быйылғы йылда Уҫман ауылында обелискты яңыртыу планға алынған. Ҡолҡан һәм Туғай ауылындағы обелисктарҙы яңыртыу ҙа планда тора.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашып, Сәйетбаба ауылына кергән урында ағастар ултыртһаҡ (хатта ике тапҡыр, сөнки яҙын ултыртҡас ямғырҙар булмау сәбәпле күптәре ҡороно), Таш башы артындағы яланда шыршы үҫентеләре ултырттыҡ. Һәр ауылда зыяраттар таҙартылды. Пандемия һөҙөмтәһендә яҙын һәр зыяратта күмәкләп сығып таҙартыу мөмкинселеге булмау сәбәпле, көҙгә тиклем барлыҡ зыяраттарҙы ла таҙартып бөтөп ҡуйҙыҡ. Йылға буйҙарын, шишмәләрҙе таҙартыу буйынса ла өмәләр ойошторҙоҡ.  Был эштәрҙең барыһы ла Зауыҡлы ауыл биләмәләр йылы сиктәрендә башҡарылды. Был өмәләрҙең барыһында ла мәҙәниәт, мәғариф, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙ округ һайлаусылары менән берлектә депутаттар Хәйҙәр Сөләймәнов, Шамил Вахитов, Зөһрә Хайруллина, Таңсулпан Рахматуллина, Гүзәл Ахметшина, Илфат Файзуллин, Марс Файзуллин, Раил Юлбарисов, Әхәт Загидуллин, шулай уҡ Район Советы депутаты Әхмәт Асылбаков та үҙенең һайлаусылары менән берлектә әүҙем ҡатнашты.  Сәйетбаба ауылындағы Шишмә ҡойоһон 63869 һумға евроштакетниктар менән өмә ойоштороп кәртәләп ҡуйҙыҡ, кәртәләре сереп ауып бара ине, бер өлөшө эшләнеп бөтөлмәгән, Алла бирһә эшләп бөтөрбөҙ. Сәйетбаба ауылының Бикәнәй ҡойоһон ауыл тормошона битараф булмаған егеттәр Исхаков Ғазиз етәкселегендә үҙ инициативалары менән матур итеп кәртәләп ҡуйҙылар. Һәр беребеҙ шулай булһаҡ ауылыбыҙ йәмләнеп торор ине. Уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә. Быйылғы йылда Ташбашы ҡойоһон кәртәләп, эргә тирәләренә ағас ултыртыуҙы планға алабыҙ.

Ҡала мөхите – Парк

Үткән йылда “Ҡала мөхите” программаһы буйынса аукционда ООО “Тегидизплюс” еңеп 3 660 902,19 млн һумға Еңеү паркына планировка эшләп балсыҡлы плитняк ташып тигеҙләнеләр. Бының өсөн беҙ ике карьер астыҡ: береһе балсыҡ, ә икенсеһе плитняк алыр өсөн. Ҡомташты Юрмаш ауылы янындағы карьерҙан ташып ҡуйҙылар. Тротуар плиткалары һәм электр уты үткәреү өсөн кабель килтертелде. Быйылғы йылда 2 миллион һумға паркты кәртәләү планлаштырылған.

Реаль эштәр – ограждение

Шулай уҡ “Реаль эштәр” программаһы буйынса Дәүләкәндән ООО “ГЕНСТРОЙТОРГ” аукционда еңеп 600 мең һумға Сәйетбаба ауылында 468 м. ҡыҙыл линия буйлап Колхоз урамынан Үҙәк урам араһын һәм 300 мең һум Жәлил Кейекбаев музейы территорияһы уратып 148м. евроштакетниктар менән кәртәләне.

Сүп-сар йыйыу площадкаһы

3 сүп-сар йыйыу площадкаһы Уҫман ауылында, Ҡолҡан ауылында, Сәйетбаба ауылы Бер туған Дәминевтар урамы осонда эшләнелде. Уларға 12 бер кублы контейнерҙар ҡайтарылды.  Быйылғы йылда тағы ла 3 сүп-сар йыйыу площадкаларын Ҡаранйылға, Туғай һәм Сәйетбаба ауылдарында эшләргә планлаштырғанбыҙ, шулай уҡ бер кублы 15 контейнер алырға планлаштырабыҙ.

Юлдар, күперҙәр төҙөлөшө.

Үткән йылы юлдар төҙөлөшөнә хөкүмәт тарафынан 2 млн  37 мең һум аҡса бүленде. 1 млн 337 мең һумға беҙ 7 юлға Ҡаранйылға ауылында Йәштәр һәм З.Вәлиди урамдары, Ҡолҡан ауылында Бүләк урам, Сәйетбаба ауылында Еңеүҙең 30 йыллыҡ һәм Еҙем урамдары, Юбилей тыҡрығы, Йөҙимән ауылы Еңеүҙең 30 йыллыҡ урамы һәм трассалағы юлға тиклем (яҡынса 4км ярым) ҡомташ түшәнек.  Район Советы депутаты, эшҡыуар Асылбаков Әхмәттең ярҙамы менән Сәйетбаба ауылы Үҙәк урамының һаҙамыт урынына өҫтәмә рәүештә ҡомташ һалынды. Был юлдарҙы күпселек өлөшөн үҙебеҙҙең ауылыбыҙ егеттәре Фаттахов Миннулла, Һөйөндөков Ильнур, Мәхмүтов(Сөләймәнов) Рөстәм, Шагиев Рөстәм, Йосопов Радмир һәм Басариев Рәфистәр булышлығы менән һалынды. Әле ҡышҡы айҙарҙа әлеге егеттәрҙән Фаттахов Миннулла, Һөйөндөков Ильнур һәр көн юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға иртә таңдан тороп сығалар.

Быйылғы йылда ла беренсе сиратта насар тип табылған юлдар төҙөкләндереләсәк. Йөҙимән ауылы Йәштәр урамы, Ҡолҡан ауылы Әлтәшле урамының көньяҡ өлөшө, Ҡаранйылға ауылында төҙөкләндереп бөтөлмәгән урамдар, Сәйетбаба ауылының Колхоз һәм Октябрь урамдарының көньяҡ өлөшө, Туғай ауылы Ә.Вахитов урамдары ремонтларға планда торалар.

Беҙҙең биләмәлә күперҙәр күп һәм күптәре ҡаҡшаған. Үткән йыл 2 күпер ООО “Теплоэлектроснабжение” тарафынан етәксеһе Мусин Нурый Мухаррямович етәкселегендә төҙөкләндерелде. Береһе Ҡолҡан ауылы Бүләк урамындағы Әлтәшле йылғаһы аша һалынған күпер булһа, икенсеһе Йөҙимән ауылына ингән урындағы күпер. Быйылғы йылда ла бер-нисә күперҙе ремонтларға тырышырбыҙ.

Урамдарҙы яҡтыртыу быйылғы йылда ауыр барҙы. Электроэнергияны ҡулланыу буйынса ЭСКБ компанияһына күп суммала аҡса бирәһе булып, йәй уртаһына тиклем акт, договорҙарҙы үҙгәртеү эше менән булдыҡ, Йөҙимән, Имәнлек, Уҫман ауылдарына электроэнергияны алыуҙы элетросчетчиктар аша уҙғарҙыҡ. Уҫман ауылында эшләнеп бөтөлмәгән урамдар ҡалды. Быйыл эшләп бөтөп ҡуйырбыҙ.

Үткән йылды больницала ҙур ғына эске ремонт эштәре башҡарылды, больница бинаһының ҡыйығы профнастиль менән ябылды. Быйылғы йылда территорияһы матур итеп кәртәләнер тигән өмөттәбеҙ, сөнки был барлыҡ эштәр Район хакимиәте контроле һәм уларҙың ярҙамы менән башҡарыла. Шулай уҡ биләмәбеҙҙәге мәктәптәрҙе лә район хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламаҫ, һәр саҡтағыса ярҙам итер тигән өмөттәбеҙ. Үткән йыл да район хакимиәте тарафынан мәктәптәрҙең төҙөлөшө өсөн байтаҡ суммала аҡса бүленде: тротуарҙар һалынды, биналар тирәһе бетонировать ителде, Ж.Кейекбаев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ихатаһына Жәлил Кейекбаевҡа бюст ҡуйылды.

Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығын ҡаршылар алдынан Жәлил Кейекбаевтың музей территорияһы бөтөнләй яңырыу кисерҙе.Территорияһы ҙурайтылып таҙартылды евроштакетниктар менән кәртәләнде, бюст урынлаштырылды һәм эргә-тирәләре, музейға ингән һуҡмаҡ плиткалар йәйелеп матурланды.

ППМИ программаһы буйынса йыл да ҡатнашып киләбеҙ.

Уткән йыл барыбыҙҙың ҡатнашлығы менән 986 мең һумға трактор арбаһы һәм роторло ҡар таҙартҡыс алдыҡ. Ауыл ерлегендә бик тә кәрәкле һәм улар менән бик күп эштәр башҡарыла.

Киләһе йылға урындғы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса конкурста ҡатнашып 1млн. 500 меңгә мобиль пожар машинаһы МПК-0,8 алырға дәғүә итәбеҙ.

НКО – ауыл ерлегендә Президент грантында ҡатнашыр һәм башҡа башланғыстарҙы күтәреп алып тормошҡа ашырыр өсөн НКО – некомерческая организация “Табын” асылды. Гранттарҙа ҡатнашып,  еңеп сыҡһаҡ биләмәбеҙ өсөн бик ҙур файҙа булыр ине. Уның етәксеһе Рима Камил ҡыҙы Ишмырҙина үҙенең сығышында бының турала мәғлүмәт бирер.

 

Сәйетбаба ауыл Советы ауыл биләмәһе конкурстарҙа ҡатнашып тора.

“Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы муниципаль берәмек” конкрсында ҡатнашып  Сәйетбаба ауыл биләмәһе “Милләттәр ара дуҫлыҡ, милләттәр сәйәсәте буйынса күп төрлө саралар ҡулланыу” номинацияһында 3-сө урын. Был конкурста еңгән өсөн ауыл биләмәһе Республика башлығынан диплом һәм 200 мең һум аҡса менән бүләкләнде.

Ғафури районы Хакимиәте тарафынан йыл да ППМИ программаһы буйынса конкурста ҡатнашып еңеп сығыуыбыҙ һәм бюджетте өҫтәмә тулыландырып килеүебеҙҙе юғары баһалап тапшырған рәхмәт хаты.

Район Хакимиәте тарафынан уҙғарылған Хәрби учет һәм бронлаштырыу буйынса район конкурсында Хәрби учет алып барыу, документтарын тултырыу буйынса 1 урын дипломы һәм күсмә вымпель.

Район Хакимиәте тарафынан уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсында 2 урын һәм 7 мең суммаһында сертификат менән бүләкләнде.

Был конкурстарҙың еңеп сығыуыбыҙ ауыл биләмәһе халҡының йылдан йыл берҙәм, ойошҡанлы эшләү һөҙөмтәһе.

Берҙәмлек (хоккей командаһы буйынса эш, мәсет, Янышев Арҫланға ярҙам итеү, Айгиз һ.б.)

 

Барлыҡ был һөҙөмтәләргә беҙ берҙәм булғанға, бергә бер-беребеҙҙе аңлап эшләгәнгә өлгәшкәнбеҙ. Киләсәктә лә бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итеп, йәшәгән урыныбыҙҙы тәртиптә тотоп, матурлап йәшәйбеҙ икән – йәшәгән урыныбыҙҙы ожмах тип әйтәсәкбеҙ. Ысынлап та бындай ҙа ожмахҡа тиң тәбиғәт ҡосағын бер ерҙә лә таба алмаҫбыҙ, Хоҙай Тәғәлә биргән ошо байлыҡты һаҡлап таҙа ла һәм тәртиптә тотаһы ғына бар. Бының өсөн әллә ниндәй тау-таштар аҡтараһы түгел, һәр беребеҙ үҙебеҙ йәшәгән йорт тирәһен таҙалыҡта тотһаҡ, ҡый үләндәре үҫтермәй гөл баҡсаһы эшләһәк, кәртә-ҡураларыбыҙҙы яңыртһаҡ, малдарыбыҙҙы тәртипле рәүештә ҡараһаҡ, үҙ ара йылы мөғәләмәлә булһаҡ, шул етә. Атай-олатайҙарҙан ҡалған урамдарҙы һәм уларҙың ятҡан урындарын сүп-сар донъяһына әйләндермәһәк Һәм уларҙың рухын һындырмаһаҡ ине. Уларҙың рухы – беҙҙең киләсәк быуында.

Ихтибарығыҙ өсөн рәхмәт!