герб

Администрация сельского поселения
Саитбабинский сельсовет
муниципального района Гафурийский район
Республики Башкортостан

Мәсет ауылға ҡот һәм бәрәкәт килтерһен

Бөгөн, 17 июнь, Йөҙимән ауылында икеләтә байрам – мәсет асылды!
Йөҙимән ауылында күптән көткән Иман йорто асылды. Был сауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү тотондо. Һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тырышты: кемдер ҡул көсө менән, кемдер аҡсалата ярҙам итте, кемдер фәһемле кәңәштәрен бирҙе. Ниһайәт, Аллаға шөкөр, был изге эш атҡарылып сыҡты һәм Ҡорбан байрамына тағы бер байрам өҫтәлеп, ауылда “Гөлсирә”мәсете асылды.