герб

Администрация сельского поселения
Саитбабинский сельсовет
муниципального района Гафурийский район
Республики Башкортостан

Изге ғәмәл ҡылып, сауап алдылар

Ошо көндәрҙә Биҙәүләт  ауылында  ҙур эш башҡарылды. Ошо ауылда тыуып үҫкән Биҙәүләт ( Яңы Заһит) ауылы халҡы тыуған төйәгенә ҡайтып, күмәк көс менән зыяратты ремонтлап, уны евроштакетниктан кәртәләп тә ҡуйзылар. Бынан тыш унда өмәләр ҙә йыш үткәрелә. Инициатив төркөм етәксеһе Ришат Ягафаров. Ауыл зыяраты кәртәһен яңыртыу мәсьәләһе “Реаль эштәр” программаһы ярҙамында хәл ителеп  (157500һ. аҡса күсерелде), ә етмәгәне инде халыҡтан йыйылды. Зыратты кәртәләүҙә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт, изгелектәре үҙҙәренә сауап булып ҡайтһын.