герб

Администрация сельского поселения
Саитбабинский сельсовет
муниципального района Гафурийский район
Республики Башкортостан

Илебеҙгә Еңеү шатлығы, тыныслыҡ килтергән һуғыш ветерандары, үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл аҙая.

Илебеҙгә Еңеү шатлығы, тыныслыҡ килтергән һуғыш ветерандары, үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл аҙая.
2 апрель 2023 йыл Ғафури районы Сәйетбаба ауылында 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зарипов Таиф Хәким улын һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Таиф Хәким улы һуғыш йылдарында тыуған илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлаған, тыныс тормошта илебеҙҙе үҫтереүҙә күп көс һалған.
Ауыр тормош юлы үткән Герой ҡыйыу, батыр һәм яҡшы кеше тураһында йылы хәтирәләр уның яҡындарының һәм туғандарының ғына түгел, меңәрләгән Ғафури халҡының күңелендә мәңге һаҡланасаҡ. Ул һәр саҡ шатлыҡлы һәм рух күтәренкелеге менән йәшәгән. Яугир – йәш быуынға лайыҡлы өлгө.
Ветерандың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.