герб

Администрация сельского поселения
Саитбабинский сельсовет
муниципального района Гафурийский район
Республики Башкортостан

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” республикала 8 йыл дауамында уңышлы ғәмәлгә ашырылып килде.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” республикала 8 йыл дауамында уңышлы ғәмәлгә ашырылып килде. Районыбыҙ ҙа был проектта әүҙем ҡатнашып, күп кенә эштәр башҡарыуға, байтаҡ техника һатып алыуға өлгәште. Әлеге ваҡытта Сәйетбаба ауыл биләмәһендә лә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында быйылғы йылда ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһен хәл итеү буйынса йыйылыштар бара. Сәйебаба ауылында ла үтте ундай йыйылыш. Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы В.С.Кунафин, йыйылышты асып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның асылы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, ошо программа ярҙамында уҙған йылдарҙа эшләнгән эштәр тураһында һөйләне. – Үҙегеҙ беләһегеҙ, был программа биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам бүлеүҙе күҙаллай. Иң мөһиме, унда халыҡ әүҙем ҡатнашырға һәм ул һайлаған проект биләмәлә өҫтөнлөклө проблеманы хәл итергә йүнәлтелгән булырға тейеш, – тине Венер Сәхиулла улы. Шулай итеп, Сәйетбаба ауыл халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында быйылғы йылда ла ҡатнашырға ризалыҡ белдерҙе.